Личный кабинет

ООО «Компания Базис»
Всё для современного образования

Уфа,ул. Бакалинская, д.9/3, оф.222
8(347) 256-87-80
8(347) 256-90-65

 Для бесплатных звонков из регионов России: 
8(800) 500-78-70 
  

ТӘҮГЕ ӨС ҠАТЛЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ҺӘМ ЭЛЕКТРОН БЕЛЕМ БИРЕҮГӘ КҮСЕҮ

Бөгөн республика етәксеһе  Өфөнөң Орджоникидзе районында төҙөлгән заманса балалар баҡсаһын ҡараны һәм баш ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә булды. 
Тәүге өс ҡатлы балалар баҡсаһы Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан. Элек санитар нормалар буйынса  мәктәпкәсә учреждениелар ике ҡатлы ғына булырға тейеш ине, хәҙер  иһә талаптар үҙгәргән. Яңы бина 216 урынға иҫәпләнгән, бында кескәйҙәр бар яҡлап та камиллашһын өсөн уңайлы  шарттар ҡаралған. Бассейн, иркен спорт залы, музыка бүлмәләре. Балалар баҡсаһы сафҡа инеү менән районда сират бөтөнләй юҡҡа сыға. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә  сифатҡа иғтибар бирергә ҡушты.  
Йыһазландырыуға килгәндә, хәҙер балалар баҡсалары ла заманса технологияларға күсә, кескәйҙәр интерактив таҡталар, компьютерҙар менән шөғөлләнәсәк. Яңы ҡоролмаларҙың өлгөләре  бөгөн Өфө  мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә лә күрһәтелде.  
Мини-компьютерҙарҙа кескәйҙәр тәрбиәселәр менән бергә лә, үҙ аллы ла  шөғөлләнә ала. Электрон ҡоролмалар ярҙамында төрлө сценарийҙар әҙерләргә, проекттар эшләргә  мөмкин. Заман технологиялары балалар баҡсаһына яңы ғына үтеп инһә, мәктәптәр өсөн  ул ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. 
Һәр замандың үҙ талабы. 2-3 тиҫтә йыл элек кенә белем усаҡтары компьютерҙар хаҡында хыялланһа, хәҙер  дөйөм белем биреү системаһы электрон форматҡа күсә бара. Интерактив таҡта, электрон көндәлектәрҙән тыш, электрон дәреслектәр ҙә индерелә.  Мәҫәлән, экранда интерактив һүҙлек аша рус телендәге һүҙҙәрҙең башҡортсаға тәржемәһен күрергә мөмкин.
Уҡытыусылар фекеренсә,  заман технологияларының белем биреүҙә ярҙамы ҙур. Балаларҙың мауығыуын дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк, ти башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Эльза Толомбаева.
Бөгөнгө заман уҡытыусыларға төрлө методик алымдар, заманса технологиялар тәҡдим итә. Яңылыҡтарҙы тупланған тәжрибә менән берләштергәндә юғары һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу ҙа иғтибар үҙәгендә. Тик  әхлаҡи  нормалар хаҡында оноторға ярамай, беҙ тәү сиратта ысын кешеләр тәрбиәләргә тейешбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
Өфө ҡалаһының белем усаҡтарында 100 меңгә яҡын уҡыусы һәм балалар баҡсаларында  50 мең тирәһе бала шөғөлләнә. Уларҙан белемле, тәрбиәле быуын  үҫтереп сығарыу бурысы тап мәғариф хеҙмәткәрҙәре иңендә ята. 
Рәмзиә Кәримова  


28 Августа 2014